top of page

АТАЙЫМ ХӘТИРӘЛӘРЕ

                               Атайым хәтирәләре.

                                                      

Беҙ йәшәгән ерҙә  күптән инде һуғыш  әфәттәре юҡ. Ожмахтай тыуған 

еребеҙҙең ер-һыуҙары, күге, тәбиғәте тыныслыҡ ҡосағында.Һис ҡасан ерҙә ҡурҡыныс һуғыш йылдары ҡабатланмаһын ине.


 Тыуған илде дошмандарҙан яҡлау-һаҡлау быуаттарҙан килгән  ир-егеттәр бурысы.


Мин үҙемдең атайым Сәлих улы Ростов тураһында һөйләргә булдым.Һеҙ

әлбиттә исеме “Ростов”-тиерһегеҙ.


Беҙҙең олатай Шәрифйән улы Сәлих –һуғыштың башынан аҙағына тиклем немец-фашистарыннан илебеҙҙе азат итеүҙә һуғыш ҡырында батырҙарса көрәшә. Ростов ҡалаһын үтәргә , Дон йылғаһын киҫергә тура килә.Һуғыштан һуң туған ун бер балаһының иң өлкәненә “Ростов”,кесе улына “Дон “ исемедәрен ҡуша.Атайым  Сәлих улы Ростов 1966 йылдың    12 ғинуарында Совет Армияһы  сафына хеҙмәткә  алына.Ул Йыраҡ Көнсығыш яғының Амур өлкәһенең Белогорск ҡалаһындағы  83517  хәрби  частта  3  йыл хеҙмәт итә.Ул йылдарҙа Ҡытай һәм беҙҙең  илебеҙ араһында һуғыш тоҡаныу ҡурҡынысы һаҡлана. Атайым,Совет Армияһы сафтарына алынған  бөтә һалдаттар ,яҡташтары  үҙ бурыҫтарын намыҫ менән үтәйҙәр.Илдең тыныслығын һаҡлау .хәрби әҙерлеген үтәү ,төҙөлөштә  эшләү ,байрамдарҙа  парадтарҙа  ҡатнашыу ,һуғыш ҡоралдары  серҙәрен  өйрәнеү  –хәрби  һалдат  бурыстары    - ти атайым.

Хеҙмәт иткән  осорҙа  туғандарҙан ,атай -әсәйҙән  йылы һағыныу хистәре  менән тулы хаттар алғандар. Дүшәмбе һайын комсомол йыйылышы ,политзанятияларҙа ҡатнашҡандар .Ул йылдарҙа иҫкә  алғанда атайымдың күҙҙәрендә ғорурлыҡ  оҫҡондары  сағыла .Беҙ уның дүрт ҡыҙы ,биш оноҡ-онҡсоғо ,кейәүҙәре  ҡайтҡан һайын атайыбыҙҙың,олатайыбыҙҙың  ҡыҙыҡлы хәтирәләрен  тыңлап ғорурланабыҙ.

bottom of page