top of page

ЭССЕ

Мин-уҡытыусы

                                                                Күңелең киң, рухың бөркөткә тиң,

                                                                Моңоң тәрән һинең, башҡортом.

                                                                Тел ҡеүәһе ниндәй, һүҙ ҡеүәһе! –

                                                                Йөрәгемде шулар яҡтыртты.


Еткерәһе уй-фекерҙәремде республикабыҙҙың күренекле шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия  лауреаты Хәсән Назар һүҙҙәре менән башлауым юҡҡа түгел. Ысынлап та, туған тел, туған моң, һәр кемдең күңеленә асҡыс табырҙай серле йомаҡ ул. Уның әһәмиәте ғалимдар тарафынан өйрәнелеп бөтмәгәнме, өйрәнелеп тә, беҙгә күп нәмәләр билдәһеҙме – уныһы ҡараңғы. Әммә шуныһы асыҡ – туған тел Аллаһы Тәғәлә тарафынан бар ителгән һәм һәр милләт үҙ телендә һөйләшһен өсөн ҡурсалау шарттары булдырылған. Тик беҙ быға әллә ни әһәмиәт биреп кенә еткермәйбеҙ. Ә бит бала әсә ҡарыныда уҡ күңеленә туған тел, туған моң аша һут ала. Сабый яҡты донъяға шул холоҡ-фиғеле, һәләте менән тыуа. Артабан, ғаилә мөхитендә һәм мәктәптә тәрбиәгә нигеҙләнеп, әҙер орлоҡто үҙ тамырында, үҙ ҡалыбында үҫтереп ебәрергә генә кәрәк. Беҙгә – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ошо ауыр ҙа һәм яуаплы ла бурыс йөкмәтелгән дә инде.

Борон-борондан кешелек донъяһы үҙенән һуң киләсәк быуынды аҡыллыраҡ, уҡымышлыраҡ итеп күрергә теләгән. Тәбиғәт тарафынан бирелгән был хис-тойғо бөгөн дә һәр ата-әсәнең күңелендә бар һәм шуға ла Кешелек цивилизацияһы йылдам темп менән көндән-көн алға бара. Шуныһын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алып китеү кәрәктер: был алға китеш туған телгә, туған моңға бәйле. Миҫал өсөн донъяның Алтын фондына ингән классик әҫәрҙәргә генә күҙ ташлайыҡ: әҙәбиәтме, музыкамы, һынлы сәнғәтме – улар туған теленән яҙмаған бөйөктәр тарафынан ижад ителгән. Шекспир, Гете, Чайковский, Пушкин, Мостай кеүек шәхестәр үҙ туған телдәрен камил белеүҙәре арҡаһында ғына донъя кимәлендә танылыу яулауҙарын онотмайыҡ.

Туған тел ул – хәрефтәр йыйылмаһы ғына түгел, ә өндәр йыйылмаһы, туған моң. Шуға ла өндәр хәрефтәргә ҡарағанда сағыштырғыһыҙ күп. Башҡа халыҡтарҙың алфавиты менән сағыштырғанда, 1940 йылда кириллицаға нигеҙләнеп төҙөлгән башҡорт алфавитында хәрефтәрҙең күп булыуы туған телебебеҙҙең бик боронғо һәм бай булыуына ишара ул. Туған телебеҙ аша халҡыбыҙҙың һәр әйткән һүҙе бер хазина. Мәшһүр эпостарыбыҙ, легендалар, риүәйәттәр, халыҡ йырҙары, мәҡәлдәр, әйтемдәрҙә был асыҡ сағыла. Хатта иң боронғо осорҙо сағылдырған “Урал батыр” эпосында ла киләсәк быуынды тәрбиәләү, яҡшылыҡ ҡылыу, изгелеккә изгелек ҡылыу төп урынды биләй. Мәҫәлән, бәләкәйҙән атай һүҙен тотмаған Шүлгән төрлө яуызлыҡтар эшләй, нимә эшләргә уйлаһа ла, гел уңышһыҙлыҡҡа осрай. Ә атай-әсәй һүҙенән сыҡмаған, уларҙың кәңәшен тотҡан Урал ил батыры булып таныла, кешеләргә тик яҡшылыҡ ҡына ҡыла. Был эпоста шундай юлдар бар:

Донъяла мәңге ҡалыр эш-

Донъяны мәңге төҙөгән,

Баҡсаны мәңге биҙәгән –

Ул да булһа яҡшылыҡ,

Күккә лә осор яҡшылыҡ,

Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ,

Утта ла янмаҫ – яҡшылыҡ.

Үҙеңә лә, кешегә лә

Мәңге йәшәр аш булыр, тиелә.

Халыҡ ижадының башҡа жанрҙарында ла яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәү, халыҡ педагогикаһы алымдарын йыш осратырға мөмкин. Шуға ла мин үҙ дәрестәремде халыҡ ижадына таянып, бөгөнгө көн талаптарына яраҡлаштырып алып барырға тырышам. Эйе, мин уҡытыусы, тәү сиратта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Туған телебеҙгә, моңобоҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә балаларҙа һөйөү тәрбиәләү беҙҙең мөҡаддәс бурысыбыҙ булып тора. Уҡытыусы – ул белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе лә. Уҡытыусы – мөғәллимде кем менәндер, йә булмаһа нимә менәндер сағыштырыу урынһыҙ ҙа кеүек. Ни өсөн тигәндә,  уҡытыусынан да бөйөгөрәк, уҡытыусынан изгерәк һөнәр эйәһе юҡ. Сөнки һәр һөнәр эйәһен дә - президентмы, директормы, йә булмаһа табипмы, инженермы, барыһын да уҡытыусы уҡытып сығара. Ул һәр бала күңелендә илаһи бер образ булып балҡып торорға тейеш. Ғилем – күңел күҙен асыр, наҙанлыҡ ҡаранғылығын таратыр, донъя көтөү юлдарын өйрәтер оло көс, аҡыл ул. Көн һайын мин үткән һуҡмаҡ – мәктәп менән йортом араһын бәйләп торған изге юл ул. Ошо юлда дөрөҫ аҙымды күрһәтеүсе лә беҙ – уҡытыусылар. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү, уларҙы лайыҡлы һаҡлау, лайыҡлы йәшәтеү – уҡытыусыға аманаттай тапшырылған изге бурыс, шуға хыянат итмәйек тим. Эйе, бөгөнгө уҡытыусы алдына яңынан-яңы бурыстар өҫтәлә, яуаплылыҡ арта. Илебеҙҙең яңы быуын гражданинын тәрбиәләү бөгөнгө көн уҡытыусыһынан белемлелек тә, тилберлек тә, заман менән бер ҡатарҙан атлар өсөн мәғлүмәтле лә булыу талап ителә. Донъя мәғлүмәте – Интернет заманында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына башҡа коллегаларға ҡарағанда ике тапҡырға ауырыраҡҡа тура килә. Әммә беҙ ауырлыҡтарға ғына зарланып ултырырға тейеш түгелбеҙ. Заманса алымдар ҡулланып, һәр дәресте ҡыҙыҡлы һәм уҡыусыларға мауыҡтырғыс итеп ойошторорға мөмкин һәм мин һәр саҡ шуға ынтылып йәшәйем. Һәр дәресемә ентекле әҙерләнеп, уларҙың һәр береһен өҫтәмә материалдар менән байытырға, урындағы ерлеккә бәйләп, һәр уҡыусыма аңлайышлы булһын өсөн тырышам. Йәғни, был йәһәттән үҙ стилемде булдырырға ынтылам. Бөйөк аҡыл эйәһе һәм философ  П.Д. Успенский әйтмешләй, стиль – ул кеше. Ә һәр кеше үҙе бер ҡабатланмаҫ шәхес ул. Шуға ла һәр балаға шәхес итеп ҡарарға өйрәнгәнмен. Дөрөҫ йүнәлеш бирә белгәндә генә һәр баланы йәмғиәтебеҙгә кәрәкле шәхес итеп тәрбиәләргә була. Был йәһәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ,  яҡташ яҙыусылар һәм шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итәм, уҡыусыларға уларҙы өлгө итеп ҡуям. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Гимнын яҙған яҡташыбыҙ, күренекле ғалим һәм шағир Рәшит Шәкүр, былтырғы йыл аҙағында ғына Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булыусы Гөлфиә Юнысова – Иҙелбаева, шағир Шамил Анаҡ һәм башҡа әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәре аша Тыуған яғыбыҙға, туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй алһам, үҙемә йөкмәтелгән ҙур бурыстың бер өлөшөн генә булһа ла үтәй алғанмындыр тим. Зиһенебеҙҙә булған белемде, күңелебеҙҙәге тәүфиҡ һәм иманды килер быуындарға тейешенсә еткерәйек, өйрәтәйек, тип ныҡышылған көн.

Туған телдең кеше күңеленә, сәләмәтлегенә тәьҫире – ғәжәп тәрән, киң һәм ҡоласлы бер ғилем ул. Әйтәһе фекерҙәремдең асылы шул: тәбиғәт ҡанундарынан тайпылырға ярамай, шуға ла атай-әсәйҙәр балаларын күңел һыйыныр туған тел, туған моң мөхитенән айырмаһындар ине. Ә инде башҡаһы беҙҙән – уҡытыусыларҙан тора.

bottom of page